Ак мечеть

  • Decrease font size
  • Default font size
  • Increase font size
Главная Новости Укрепление межнационального согласия, словами и делами
Укрепление межнационального согласия, словами и делами

       Две республики ‒ Татарстан и Башкортостан, как два добрых брата и соседа. Недавние встречи и договоренности двух президентов Хамитова Р.З. и Миннеханова Р.Н. яркий пример этих добрых взаимоотношений.

       Необходимо отметить, что указом Президента Рустэма Хамитова 2011 год в Башкортостане объявлен Годом укрепления межнационального согласия.

        Традиционный Ислам, который является основой межнационального согласия ‒ вот главный критерий медресе «Ак мечеть». В медресе учится много студентов из соседней республики. В этом году группа мусульман из Бурзянского и Миякинского района РБ прошли недельные курсы в Институте Повышения Квалификации Имамов.

alt
  

alt   

Шакерды из Башкортостана на уроке.

       С чем живут и о чем думают наши братья всегда интересно знать, предлагаем самим ознакомиться с их мнениями и мыслями.

       Бөгөн беҙ Исхаков Нух Исмәғил улы һәм Суфиянов Әбүзәр Сабирйән улы менән һөйләшәсәкбеҙ. Улар Бөрйән районынан, элекке класташтар, икеһе лә Байназар урта мәктәбен тамамлағандар. Ҡәрҙәштәребеҙ Имамдарҙың Белемдәрен Күтәреү Институтына уҡырға килделәр. 
      Беренсе әңгәмәләшебеҙ Суфиянов Әбүзәр Сабирйән улы. Әбүзәр ағай 1947 йылғы, уға хәҙер 64 йәш. Олы йәштәге шәкертебеҙҙең томош юлына килгәндә, ул хәрби хеҙмәттән һуң милицияға эшкә керә, ситтән тороп Өфө юғары милиция мәктәбен тамамлай. Байназар ауылында 10 йыл участка инспекторы булып эшләй, һуңынан район үҙәгендә енәйәт эштәре бүлегенең етәксеһе була. Майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Хәҙер, иң тәүҙә, үҙе дингә ныҡлап баҫып, балаларға өлгө булыуҙы, ейәндәрен тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Уҡырға килеү маҡсаты.
‒ Динде ныҡлап өйрәнеп, дини тормош алып барыу һәм дини белемдәрҙе башҡаларға ла өйрәтеү. Ғәрәп хәрефтәре менән Ҡөрьәнде уҡыу ‒ күптәнге хыялым.
Уҡыуҙан алған нимәләр.
‒ Иң тәүҙә ғәрәп яҙыуын өйрәндек, мосолман диненең нескәлектәрен аңланыҡ, динһеҙ йәшәп булмай икәнен төшөндөк. Кешегә бала-саҡтан алып дингә өйрәтеү кәрәклеген белдек.
Белемдән башҡа алған нимәләр.
‒ Дини мөхиттә йәшәп, мосолманлыҡтың хәҡиҡәтен аңланыҡ. Ғөмүмән кешеләргә, ә айырым рәүештә йәшәтәргә дөрөҫ тәрбиә биреүҙең ысулы ‒ ул Ислам динендә генә.
Һеҙҙең мәсеткә йөрөүегеҙгә ғаилә ағзалары һәм башҡалар ниндәй мөнәсәбәттә?
‒ Ҡатыным да намаҙға ултырған, хәҙер балаларҙы һәм ейәндәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Халыҡ динде ыңғай ҡабул итә, бары тик белемле мулаллар ғына етешмәй.
Яр Саллы ҡалаһында дини уҡыуҙар тураһында ҡайҙан ишеттегеҙ?
 ‒ Мин был ҡалалағы мәҙрәсә тураһында электән үк ишеткән инем, бына Урал хәҙрәт тырышлығы менән беҙгә бергә йылышып Аллаһ Тәғәлә бында килергә насип итте. 
Киләсәккә пландар.
‒ Намаҙҙарҙы, ураҙаны ҡалдырмау. Йәштәргә дини тәрбиә биреү.
Укырға килергә теләүселәргә һүҙем.
‒ Килергә кәрәк, бында уҡыу һәм тәрбиә эше юғары ҡуйылған.
Мәҙрәсәгә теләк.
‒ Мәҙрәсә үҙенең эшен дауам итһен, Аллаһ Тәғәлә был уҡыу йортона уңыштар һәм ярҙамдарын бирһен. Хәҙрәттәргә, шәкерттәргә, хеҙмәткәрҙәргә рәхмәттәребеҙҙе белдерәһебеҙ килә.

       Икенсе әңгәмәләшебеҙ Исхаков Нух Исмәғил улы, ул Башҡортостан республикаһы, Бөрйән районы, Яуымбай ауылынан. Нух ағай 1947 йылғы, ул хәҙер 64 йәштә. Өлкән йәштәге шәкертебеҙ Йылайыр совхоз-техникумын тамамлаған. Уға ғүмеренең эсендә төрлө эштәр менән шөғөлләнергә тура килә, ул механик та, шофер ҙа булып эшләй, һөт ҡабул итеү пунктының етәксеһе лә була. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Өйҙә хужалыҡ эштәрен алып барып балаларына һәм ейәндәренә тәрбиә биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу ‒ бына ошо уның төп теләктәре. «Әлбиттә, бының өсөн үҙемә дингә ныҡлап баҫыу кәрәк», ‒ тип бара ул. 
Уҡырга килеү маҡсаты.
‒ Ҡартайған көндә дини белемдәр алып, ата-бабалар тотҡан динде дауам итергә. Ғәрәп яҙыуын өйрәнеп, Ҡөрьән уҡырҙыҡ дәрәжәгә етеү, ныҡлап дингә баҫыу.
Уҡыуҙан алған нимәләр.
‒ Арыу уҡ алдыҡ, хәрефтәр өйрәндек, дин тарихы дәрестәрен тыңланыҡ, иман мәсьәләрен ҡараныҡ, нисек итеп дөрөҫ намаҙ уҡырға, ураҙа тотарға һәм башҡа ғибәҙәттәр ҡылырға өйрәндек.
Белемдән башҡа алған нимәләр.
‒ Дини тәртип, мосолман тәрбиәһе нисек була икәнен аңланыҡ. Шәкерттәр, хәҙрәттәр миҫалында мосолмандар нисек йәшәргә тейеш икәнен үҙ күҙебеҙ менән күрҙек
Һеҙҙең мәсеткә йөрөүегеҙгә ғаилә ағзалары һәм башҡалар ниндәй мөнәсәбәттә?
‒ Ғаиләм дә, ауыл халҡы ла дингә ыңғай ҡарайҙар. Улар бөтәһе лә динде кәрәк тип баралар.
Яр Саллы ҡалаһында дини уҡыуҙар тураһында ҡайҙан ишеттегеҙ?
‒ Беҙҙең мәсетебеҙҙең имамы Урал хәҙрәт уҡыуҙар хаҡында әйтте һәм шулай уҡ теләүселәрҙе йыйып, ойоштороп алып килде.
Киләсәккә пландар.
‒ Динде дауам итергә, кешеләрҙе дингә йәлеп итергә. Үҙең генә диндә булыу етмәй, башҡаларҙы ла өндәргә тейешбеҙ, атыу халҡыбыҙ аҙғынлыҡҡа эйәреп китеп бара.
Укырға килергә теләүселәргә һүҙем.
‒ Уҡырға килегеҙ, ҡурҡмағыҙ. Дини белем бөтәбеҙгә лә кәрәк. Булған мөмкинселектәрҙән файҙаланайыҡ, иҫән-имен саҡтарыбыҙҙа дингә килеп ҡалайыҡ.
Мәҙрәсәгә теләк.
‒ Мәҙрәсә алға китеш алған, үҙенә тартып ҡына тора. Артабан да ошо юлда дауам итегеҙ.

alt

alt

Уңда - Суфиянов Әбүзәр, һулда - Исхаков Нух.  

       Имамдарҙың Белемдәрен Күтәреү Институты өлкәндәр өсөн генә түгел, ә һәр теләгән кеше өсөн. Башҡортостандан килгән шәкерттәр араһында оло ағайҙар ҙа, йәш егеттәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә бар. Бөрйән районынан Шәрипов Ғәҙел Шәғәле улы һәм Ғабдулхаев Наил Тәсниф улы ‒ быға миҫал. 
       Беренсе әңгәмәләшебеҙ Шәрипов Ғәҙел Шәғәле улы. Ғәҙел 1976 йылғы, уға хәҙер 34 йәш. Шәкертебеҙ ябай ауыл егете, ул Байназар урта мәктәбен тамамлағас, һөнәрселек училещеһында уҡый, һуңынан хәрби хеҙмәт бурысын үтәй. Бөгөн ул Яуымбай ауылында ҡатыны һәм балалары менән йәшәй. Хәҙер, үҙе дингә ныҡлап баҫып, ҡатынына балаларына дин өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Уҡырға килеү маҡсаты.
‒ Динде өйрәнәһем килә, халҡыбыҙға ныҡлап дингә килергә кәрәк. Нәҫелемдә уҡымышлы муллалар, оҫтабикәләр булған, беҙ асылыбыҙға ҡайтырға тейешбеҙ.
Уҡыуҙан алған нимәләр.
‒ Дин тураһында күп мәғлүмәттәр алдым. Ошо өйрәнгәндәрем буйынса йәшәһәм бик хуп буласаҡ. Динһеҙ йәшәп булмай икәне ‒ көн кеүек асыҡ.
Белемдән башҡа алған нимәләр.
‒ Бында кешеләр мәсеткә күп йөрөйҙәр, дингә ҡараш етди. Ябай кешеләр араһында, төрлө эштә эшләүселәр араһында намаҙ уҡыусылар күп. Был миңә ныҡ уйланырға мәжбүр итте.
Һеҙҙең мәсеткә йөрөүегеҙгә ғаилә ағзалары һәм башҡалар ниндәй мөнәсәбәттә?
‒ Ғаиләм мәсеткә йөрөүҙе хуплай, бар ғына тип торалар. Ҡатыным бында килеүемә ихлас күңелдән риза булды. Үҙенең дә уҡырға теләге ҙур. Әйткәндәй, бында айырым ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ситтән тороп уҡыу бүлеге бар.
Яр Саллы ҡалаһында дини уҡыуҙар тураһында ҡайҙан ишеттегеҙ?
‒ Электән белә инек, Урал хәҙрәт беҙгә хәбәр итте. Яуымбайҙа мәсет асылғас та, имамыбыҙ белем кәрәклеге тураһында вәғәздәр һөйләне.
Киләсәккә пландар.
‒ Имандың ҡеүәтен көсәйтеү, йәштәрҙе дингә йәлеп итеү, уларға белем биреү.
Укырға килергә теләүселәргә һүҙем.
‒ Уҡырға килегеҙ, бындай мөмкинселектәр булыу ‒ үҙе ҙур бәхет.
Мәҙрәсәгә теләк.
‒ Аллаһ Тәғәлә киләсәктә лә ошо йүнәлештә дауам итергә насип итһен, уңыштар теләйем. Мәҙрәсәнең ишеге уҡырға килеүселәргә һәр ваҡыт асыҡ булһын.

       Икенсе әңгәмәләшебеҙ Ғабдулхаев Наил Тәсниф улы, ул Башҡортостан республикаһы, Бөрйән районы, Яуымбай ауылынан. Наил 1979 йылғы, уға хәҙер 32 йәш. Ҡәрҙәшебеҙ сығышы буйынса Асҡын районынан, 5-се кластан алып Яуымбайҙа йәшәй. Ауыл мәктәбен тамамлағас, һөнәрселек училещеһында белем ала. Ике йыл хәрби хеҙмәттен тултырып ауылға ҡайта. Хәҙерге көндә мәктәптә котельныйҙа эшләй. Ғаиләһе бар, ҡатыны менән 3 малай үҫтерә. Наилдың маҡсаты динде үҫтереү. «Кешеләрҙең күберәк мәсеткә йөрөүҙәрен теләйем, ауылыбыҙҙа матур мәсет төҙөлдө, ул бит буш торорға тейеш түгел. Аллаға шөкөр имамыбыҙ ҙа бар, мәгәр бөтәбеҙ ҙә динебеҙҙе үҫтерер өсөн тырышырға тейешбеҙ», ‒ ти ул. 
Уҡырға килеү маҡсаты.
‒ Ғәрәп яҙыуын үҙләштереп, уҡырға өйрәнергә ине. Намаҙ ‒ диндең терәге, барыбыҙға ла намаҙға баҫырға кәрәк.
Уҡыуҙан алған нимәләр.
‒ Динде яҡшыраҡ аңлай алдыҡ. Иртә менән тороп кискә ҡәҙәр белем өйрәндек.
Белемдән башҡа алған нимәләр.
‒ Бер аҙна буйына дини мөхиттә йәшәнек, шәкерттәр, хәҙрәттәр менән аралаштыҡ. Үҙеңдең күҙең менән күреү бөтөнләй башҡаса.
Һеҙҙең мәсеткә йөрөүегеҙгә ғаилә ағзалары һәм башҡалар ниндәй мөнәсәбәттә?
‒ Ыңғай ҡарашта, мәктәптә лә ҡаршы килеүселәр булманы. Халыҡ дингә хөрмәт менән ҡарай.
Яр Саллы ҡалаһында дини уҡыуҙар тураһында ҡайҙан ишеттегеҙ?
‒ Урал хәҙрәт уҡыуҙар хаҡында әйтте һәм теләүселәрҙе йыйып бында килтерҙе.
Киләсәккә пландар.
‒ Динде үҫтереү, дин тотоу.
Укырға килергә теләүселәргә һүҙем.
‒ Килһендәр, белем алһындар. Өйҙә генә ултырып еренә еткереп өйрәнеп булмай ул.
Мәҙрәсәгә теләк.
‒ Алдағы көндә лә тырышып эшләргә Аллаһ Тәғәлә насип итһен.


alt

alt

Уңда - Шәрипов Ғәҙел, һулда - Ғабдулхаев Наил.

 

Добавить комментарий


Защитный код
Обновить